kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Белем биреү тармағында тәрбиәүи эш

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тәрбиә ғаиләлә иң элек башлана. Балалар баҡсаһында иһә, ғаиләлә башланған тәрбиә дауам ителә.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Белем биреү тармағында тәрбиәүи эш»

Белем биреү тармағында тәрбиәүи эш

Тәрбиә. Нимә һуң ул? Ҡайҙан башлана? Баланы кем тәрбиәләргә тейеш? Был һорау күптәрҙе борсойҙор...

Тәрбиә-ул шәхесте формалаштырыуҙа маҡсатлы һәм ойошҡан процесс. Дөрөҫ алымдар ҡулланып тәрбиәләү аша ғына көслө һәм үҙ аллы шәхесте үҫтерергә мөмкиндер.Ҡайһы берәүҙәр тәрбиәне ололарҙан кескәйҙәргә бирелә торған белем тип тә ҡарай. Ни өсөн тиһәң, бала иң элек ата-әсәһенә ҡарап үҫә. Ә улар балаларының иң яҡшы, аҡыллы булыуҙарын теләй. Тик, бының өсөн үҙҙәре өлгө булып торорға тейеш.

Тәрбиә, иң элек, ғаиләнән башлана тигәнгә ҡаршы килеүселәр булмаҫ. Аартабан балалар баҡсаһы, мәктәп кеүек белем усаҡтары булышлыҡ итә. Донъяға тыуған сабыйҙы әсә кеше бишек йыры аша тәрбиәләй башлай.

Әлли-бәлли итер ул

Йоҡлап ҡына китер ул

Тырышып һабаҡ уҡығас,

Ғалим булып етер ул.

Ябай ғына һүҙҙәрҙән аңлашылыуынса, бала кеше белем алмай тороп, ҙур кеше булып китә алмай тигәнгә ишара. Артабан халыҡ ижады өлгөләре булған әкиәт, һөйҙөргөс, һамаҡ, уйын,мәҡәл һ.б. аша ла күркәм холоҡ тәрбиәләүгә юл һалырға мөмкин.

Балалар баҡсаһына йөрөй башлау менән тәрбиәнең яңы мөмкинлектәре асыла. Унда тәрбиә һәм белем биреү эшмәкәрлеге шулай уҡ милли педагогикаға таянып ойошторола. Ләкин, был осраҡта, бала ишетеп кенә түгел, күреп, үҙе лә ҡатнашып өйрәнә, тәрбиәләнә. Былар барыһы ла төркөмдәрҙә ата-әсәләр менән берлектә ижад һәм театр, эҙләнеү-тәжрибә, башҡорт милли мәҙәниәтен сағылдырыусы мөйөштәрҙе, сюжетлы-ролле уйындар, күргәҙмә-ҡулланыу материалдары, әсбаптар менән тулыландырыу аша тормошҡа ашырыла.

Балаларҙың өйҙә, балалар баҡсаһында ниндәй уйын уйнауҙарын күҙәтеп, белеп тороу мөһим. Ни өсөн тигәндә, уйындар-халыҡ ижадының бер өлгөһө булараҡ, баланы тормошҡа әҙерләргә, һөнәргә өйрәтергә, күркәм сифаттар тәрбиәләргә тейеш. Кешене белгең килһә-ҡылығына, баланы белгең килһә уйынына ҡара тип юҡҡа әйтмәгән бит халыҡ!

Балаларҙы илһөйәр, телһөйәр, кешелекле, кеселекле, ололарҙы ихтирам итеүсе һәм башҡа бик күп матур сифаттарға эйә булыусы итеп тәрбиәләү эҙмә-эҙлекле алып барылған осраҡта ғына ысын шәхес тәрбиәләргә була. Бының өсөн, тәрбиәсенең үҙенең дә был сифаттарға эйә булыуы мотлаҡ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Белем биреү тармағында тәрбиәүи эш

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 04.12.2021

Номер свидетельства: 593460


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства