Бала сағы атайһыҙ үтә уның. Апаһы эшкә өйрәтеп, бик йәшләй әсәйҙән ҡалып, колхоз эшенә егелеп үҫә.
Просмотр содержимого документа
«Эх, уңған ҡыҙ Зәүрә, үҙәктәрем өҙөлә»
1941 йылдың 10 октяберендә, бынан 80 йыл элек, Баймаҡ районының Байыш ауылында Гөлзәғифә менән Миңлеғәли Хәбирйәновтар ғаиләһендә алтынсы бала булып ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. Күрше ауыл силсәүитенә Рәйсә тип исем яҙҙыра барған саҡта, атаһы ҡапыл ғына исемде онота ла ҡуя. Ҡайтып ҡатынынан һорай, шунан ярар, онотолғас, икенсе исем ҡушабыҙ тип бәләкәсенә ғәрәп теленән нурлы тигәнде аңлатҡан Зәүрә тигән исем бирә. Тик, кинйәбикәһен иркәләтеп, һөйөп үҫтереү насип булмай уға. Әле ҡырҡы ла тулып өлөгөрмәгән сабыйын ҡалдырып, немец илбаҫарҙарына ҡаршы барған һуҡышҡа алына ла хәбәрһеҙ юғала. Исмаһам, бер генә фотоһы ла булмай, сөнки кәртишкәгә төшөүҙе ярамай торған эш тип һанаған була. Зәүрәһе иһә, һуғыш осоро балаһы булараҡ, бөтә ауырлыҡты ла күреп, сынығып үҫә. 14 йәшенән генә һауынсы булып хеҙмәт юлын башлай. Эште урын еренә еткереп эшләүе, етеҙ булыуы менән оло һауынсы һәм малсылар араһында хөрмәт ҡаҙана. 1963 йылда яҙмышын ошо уҡ райондың Яңғаҙы ауылынан баҫалҡы, тыныс, егәрле егете Теүәлбаев Хәлит Сәлмән улы менән бәйләй. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, бына инде 58 йылға яҡын татыу, матур йәшәй улар. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән ти халыҡ мәҡәле. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап, матур итеп ғаилә ҡороп, етеш һоҡланҡыс итеп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ҡыҙҙары Рәсимә генә был яҡты донъяларҙа юҡ инде. Урыны ожмах түрендә булһын. Нисек кенә булмаһын, тормош дауам итә. Зәүрә һәм Хәлит Теүәлбаевтар ҙа артабан йәшәүгә көс табып, әле оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡош-ҡорт, һарыҡ көтәләр, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Йәй һәм ҡыш миҙгелендә йыраҡ Италияла йәшәүсе ҡыҙҙары Миңзифаға барып ҡунаҡ булып, ял да итеп ҡайттылар. Себер тураһында әйтеп тораһы ла түгел...Әле йыл да тиерлек Башҡортостандың гүзәл ял йорттарында һаулыҡтарын нығытып торалар. Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, ҡәртәсәйебеҙ Зәүрә Миңлеғәле ҡыҙын оло юбилейы—80 йәше менән ҡотлайбыҙ! Йомарт, ихлас, йор һүҙле, шаян, ғәзиз кешебеҙ артабан да ҡайғы-хәсрәт күрмәй, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ Хәлит Сәлмән улы менән беҙҙе ҡыуандырып, һаулыҡта, именлектә, бәрәкәтле, оҙон ғүмер кисереүҙәрен нсаип итһен Аллаһ!
Иң изге теләктәр менән тормош юлдашы Хәлит, ҡыҙы Миңзифа, улдары Илдус, Ирнис,кейәүе Сандро, килендәре Гөлнара һәм Мәрзиә исеменән Сибай ҡалаһында йәшәүсе улы Вәхит, килене Разалия, ейәндәре Ғәзим һәм Хәмит.