kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Ир уҙаман илле биштә

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ир егет аҡсаһын да табырға, ғаиләһен дә ҡарарға тейейш. Тағы ла ул бар яҡтан өлгө икән, был иң яҡшыһы.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Ир уҙаман илле биштә»

Республикабыҙҙың бар яҡтан гүзәл Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында бынан 55 йыл элек Марс Вәлиулла улы менән Алмабикә Мөхәмәт ҡыҙы Кәлимуллиндар ғаиләһендә өсөнсө малай булып улдары Әмир тыуа. Ул ата-әсәһенә ҙур ышаныслы терәк, ағалары өсөн ярҙамсыл ҡусты, ә инде өс кесе туғанына хәстәрлекле, миһырбанлы ағай булып үҫә. Үҙ ауылында 10-ынсыны тамалағандан һуң әрме сафына алына. 1984-1986 йылдарҙа Германияның Карл Маркс штат ҡалаһында һалдат һурпаһы эсеү менән берлектә водитель таныҡлығына ла эйә була. Артабанғы ғүмер юлына яҡты уй-хыялдар ҡороп, тыуған яғына ҡайтыу менән руль артына ултырып хеҙмәт юлын башлай. Бына инде 37 йыл ул яратҡан һөнәренә тоғро ҡала килә. Ниндәй генә машина, автобустарҙы йөрөтмәһен, ҡайһы урындарҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы, кешеләргә ҡарата ихлас мөғәләмәлә булыуы менән ихтирам яулай. Мөхәббәтен иһә ситтән эҙләмәй. Ишмөхәмәттең аҫыл таштай нур сәсеп, исеме есеменә тура килеп торған Фирүзә Рәшит ҡыҙына өйләнә. 33 йыл буйына гөрләтеп донъя көтөп, ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, ҡайны-ҡәйнә, ҡартатай-ҡәртәсәй ҙә булдылар. Оло улдары Тимур Өфө аграр институтын тамамлап, Ханты-Манси өлкәһенең Сорғот ҡалаһында кәләше Рәзилә менән үҙ донъяһын ҡорҙо. Татыу ғаилә ҡыҙҙары Камилланы һәм кескәй улдары Аязды тәрбиләй. Уртансылары Булат та хәләле Илсиә менән Радик исемле теремек малайға ғүмер биреп шул уҡ ҡалала төпләнгән. Берҙән-бер ҡыҙҙары, кинйәбикәләре Шәүрә иһә Сибай медицина колледжын бөтөрөп, шәфҡәт туташы һөнәренә эйә булып, Өфөлә хеҙмәт юлын башланы. Эшһөйәр, ғәҙеллек яҡлы, йомшаҡ күңелле Әмир Кәлимуллин улдарына: “Бер эштән дә ҡурҡмағыҙ”,-тип өйрәтһә, гел малайҙар араһында үҫкәнгәме, көтөп алған бер бөртөк ҡыҙын ысын атайҙарса иркәләтеп, һөйөп, ҡурсалап ҡына үҫтерә. Ни тиһәң дә, ҡыҙ бала-ҡунаҡ ҡына шул.

Һөйөклө ҡатыны, балалары, туғандары өсөн өҙөлөп торған атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ Әмир Марс улын тормош ике бишле ҡуйған алтын юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Ихтирамлы, иғтибарлы ғәзиз кешебеҙҙең артабан да көләс йөҙлө, терәк булып, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, һөйөндөрөп, ныҡлы һаулыҡта, муллыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ!

Шулай уҡ, быйылғы йылда 85 йәшлек оло юбилейҙарын ҡаршы алыусы Марс Вәлиулла улы менән ҡатыны Алмабикә мәрхүмә булғандан һуң, балаларына икенсе әсәй булыусы Сәмәриә Ҡәниф ҡыҙын да барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре исеменән тәбрик итәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле ҡартлыҡ юлдаш булһын үҙҙәренә!!!

Ҡотлау менән ҡатыны, килендәре Фирүзә, улдары, ейәндәре Тимур, Булат, ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре Шәүрә, килендәре Рәзилә, Илсиә, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре Радик, Аяз һәм Камилла, шулай уҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Ир уҙаман илле биштә

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 07.11.2021

Номер свидетельства: 590699

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(55) "Эссе.?тилел?рг? кызыгып яш?лде. "
    ["seo_title"] => string(35) "essie-tiliel-rgh-kyzyghyp-iash-ldie"
    ["file_id"] => string(6) "141080"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1418054238"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства