kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Кавалерист егеттәр

Нажмите, чтобы узнать подробности

Батыр кавалеристар. Һуғышҡа тиклем төрлө эштәрҙә эшләгәндәр.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Кавалерист егеттәр»

Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы.

Мурзаянов Ғилман Ғайса улы Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫә. Һуғышҡа тиклем конторала шитовод, хәҙергесә әйткәндә бухгалтер, аҙаҡ, һуғышҡа алынғансы, бригадир булып эшләй. Бик тәртипле, уҡымышлы, грамоталы кеше була. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән илен һаҡларға яуға китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләһенә бер генә хаты ла килмәй. Бары тик “Хәбәрһеҙ юғалды”тигән ҡара ҡағыҙын ғына алалар.

Был мәғлүмәттәр Ғилман Ғайса улының ҡыҙы Вәзифа инәйҙең әсәһенән ишетеп үҫеүеп миңә бәйән итеүе аша яҙып алынды. Ул 1940 йылғы. Атаһы фронтҡа киткәндә йәш тә бер айлыҡ ҡына булып ҡала. Уның йөҙөн хәҙерге көндәргәсә һаҡланмаған берҙән-бер генә фотоһы аша күреү бәхете тейә уға.

«Слава башкирских конников» (Авт.-сост.Ф.Н.Вахитов, Н.И.Камалова.-Уфа: Китап, 2005.-276с:ил.) китабында иһә былай тип яҙыла:

Мурзаянов Гильман. Урож. Ахмеровского с/с Матраевского района, гв.рядовой,сабельник, 60 ГКП, призван Матраевским РВК, пропал без вести 23.02.1943 г. Ворошиловградская обл.(ныне г.Луганск), сведений о родственниках нет.

«Память Республики Башкортостан» (Книга двадцать вторая (дополнительная). –Уфа: Китап, 2000.-544с.), йәғни республикабыҙҙың “Хәтер” китабына күҙ һалғанда, унда Ғимлан Ғайса улы хаҡында былай тип яҙыла:

Мурзиянов Гильман Гайсович, 1911г.р., уроженец д.Исянгильдино Хайбуллинского района, 16 КД, кавалерист, погиб в 1942г.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була. Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.

Бына шундай данлыҡлы дивизияла хеҙмәт итеп, хәбәрһеҙ юғалған ауылдашым Ғилман Ғайса улы Мурзаянов менән ысын күңелдән ғорурланам.



Тағы бер һоҡланғыс ауылдашым тураһында бүләсәһе Нургизә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Рәхмәтованың яҙмаһы аша таныштырмаҡсымын. Ул Әхмәтхан Йомағужа улы Исхаҡов. «Хәтер» китабында уның 1910 йылда ҡайҙа тыуыуы, ҡыҙылармеец булыуы һәм үлеп ҡалыуы тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт бирелә.





Ҡартатайымдың хәрби юлы.

Һәр бер һалдаттың һуғышта ҡатнашыуы –үҙе бер тарих. 112 Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында Хәйбулла районынан 300-ҙән ашыу яугир хәрби юл үткән.

Иҫәнгилде ауылынан да бик күптәре үҙҙәренең аттары менән фронтҡа киткән.Шуларҙың береһе - минең ҡартатайым. Әхмәтхан Йомағужа улы Исхаҡов Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкән. Ауылдаштары һәм туғандарының һөйләүе буйынса ул иң тәүгеләрҙән булып колхозға инә. Әүҙем комсомолсы булыуы менән бер рәттән, колхозда бригадир ҙа булып эшләй. Заманына күрә уҡымышлы ла була. Үҙенән ололарҙы хөрмәт итһә, кеселәргә кеселекле лә була белә. Ауылдаштары уны намыҫлы, көслө ихтыярлы булғаны өсөн хөрмәт итә. Әсәйемә өләсәһенең һөйләүе буйынса уның ҡыйыу һунарсы булыуы билдәле. Ҡартатайымдың бүре һуҡҡан ҡоралы оҙаҡ йылдар өләсәйемдең өйөнөң ҡыйығы аҫтында һаҡлана. Шоңҡар һәм Аҡтүш ҡушаматлы һунар эттәрен алып, Аҡморон ҡушаматлы атына атланып, буш ваҡыты булдымы һунарға сығып китә торғайны, тип хәтирәләре менән бүлешә ул ейәнсәре менән.Тимәк, мәргән дә, ҡыйыу ҙа булған минең ҡартатайым.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылыбыҙҙың бик күп ир-егеттәре фронтҡа китә. Ҡартатайым бригадир булғанға, уны ҡалдырып торалар. Шулай ҙа, 1942 йылдың ғинуарында үҙенең Аҡморон ҡушаматлы аты менән ул да яуға юллана. Генерал Шайморатов етәкселеге аҫтында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының составында разведчик була. Ҡыйыу көрәшсе һәр ваҡытта алғы сафта була. Уның фронт юлы Брянск өлкәһе, Карпат, Украина аша үтә. Ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Әммә ҡартатайыма Еңеү ҡыуанысын күрергә насип булмай. 1945 йылдың февралендә яуаплы бойороҡ үтәгән ваҡытта дошман пуляһы уның ғүмерен өҙә. Сержант Әхмәтхан Йомағужа улы Исхаҡов Украинала ерләнгән тигән яҙыу килә яҡындарына.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында мәғлүмәт эҙләгәндә интернет селтәрендә күп кенә мәҡәләләр менән таныштым. Иң ныҡ тетрәндергәне “Ағиҙел-Волга-Дон” тигәне булғандыр. Азамат Юлдашбаевтың “Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан мәҡәләһе менән Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында таныштым. Тарих биттәрендә яҙылмаған башҡорт яугирҙарының батырлығы, ҡыйыулығына тағы бер тапҡыр инандым. Шул ваҡыт, ҡалын ҡар ярып самолеттарға ҡаршы сапҡан һыбайлылар араһында Аҡморонына атланған ҡартатайымды ла күҙ алдына килтерҙем...

Батырҙар һәләк була, әммә үлмәҫ дандары ҡала тиҙәр. Килешәм. Ҡартатайымдың батырлығы минең йөрәгемдә мәңге һаҡланасаҡ.










Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Кавалерист егеттәр

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 27.09.2021

Номер свидетельства: 587625


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства