Консультация для родителей "Подари вторую жизнь игрушкам".
Просмотр содержимого документа
«Консультация для родителей "Подари вторую жизнь игрушкам"»
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учрежденияһы
“Бала үҫтереү үҙәге – “Әкиәт” балалар баҡсаһы”
Ата- әсәләр өсөн консультация:
Уйынсыҡҡа яңы ғүмер бүләк ит
Әҙерләне: Ҡолөмбәтова
Зөбәржәт Вәкил ҡыҙы
Сибай-2019
Уйынсыҡҡа яңы ғүмер бүләк ит.
Ата-әсәнең балаға булған һөйөүе сикһеҙ. Һәр ата-әсә үҙ балаһын бәхәтле булыуын теләй, баланың күңелен күреү теләге менән янып йәшәй. Ә бала күңеле ул эскерһеҙ, уға бер матур һүҙ, яҙымлы ҡараш, өлкәндәр, ҡайһы саҡ, иғтибар итмәгән бәләкәй генә әйберҙәргә лә, бала ысын күнелдән шатлана ала. Балалары һәр саҡ ҡыуандырырға тип ата-әсә матур-матур яңы уйынсыҡтар һатып ала. Бала уйынсыҡтар менән уйнағанда ата-әсәгә уйынсыҡтарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мөһим. Баланы бәләкәйҙән үк уйнаған саҡта иҙәнгә ташламай ғына матур итеп уйнарға, уйынсыҡтарын үҙ урындарына йыйырға, боҙолған уйынсыҡтарҙы сүплеккә ташламай, ә йүннәтеп уйнарға өйрәтергә кәрәк. Бала көндә бер үк уйынсыҡтар менән уйнап арый, ата-әсә быны күреп һәр саҡ магазиндарҙан яңы уйынсыҡ тотоп ҡайта. Был осраҡта әгәр бала уйынсыҡтары менән уйнамай башлаһа уйынсыҡтарҙың бер нисәүһен бала күрмәгән ергәрәк йәшереп ҡуйырға, ә аҙаҡ килтереп сығарырға, ә ҡалғандарын тағы ла йәшереп торорға тәҡтим итә белгестәр. Балалар үҫкән һайын донъяға ҡарашы, аң кимәлелә үҫешә, уйынсыҡтарҙа үҙгәрә. Мәҫәлән, сабый сағында уйнаған уйынсыҡ менән ҙурая килә бала уйнамай башлай, башҡа төрлө уйынсыҡтар менән ҡыҙыға. Ҡайһы бер уйынсыҡтар боҙола һәм был уйынсыҡтарға баланың иғтибары бөтөнләй бөтә. Был осраҡта уйынсыҡтарҙы ҡайҙа итергә? Күберәк осраҡта ата-әсә был уйынсыҡтарҙы сүплеккә ташлай, йә булмаһа тоҡҡа һалып өй баштарына мендереп ташлайҙар. Ә был ғүмере үткән уйынсыҡтарға, бәлки, яңы һулыш биреп булалыр?! Ата-әсә бала менән һөйләшеп уйынсыҡҡа икенсе ғүмер бүләк итергә тейеш. Баланың рөхсәте менән үҙе уйнамаған уйынсыҡтарҙы бала менән бергә йыуып, бергә, мәҫәлән: ҡурсаҡҡа яңы күлдәк тегеп, йомшаҡ уйынсыҡтарҙың тегер ерен тегеп, төймәнән күҙҙәр эшләп, төҫтәре бөткән уйынсыҡтарҙы буяп, машиналарҙың тәгәрмәстәрен ҡуйып, ике машинанан бер машина ҡороп, боҙолған ерҙәрен йәбештереп, йүнәтеп; икенсе уйынсыҡтарға мохтаж булған балаларға бүләк итәйек тип һөйләшергә кәрәк. Бәлки бала балалар баҡсаһына алып барарға ризалашыр, үҙе уйнаған уйынсыҡтар менән дуҫ-иштәренең дә уйнағаның күреүен теләр. Балалар баҡсаһында ата-әсәләр ярҙамы менән ошондай уйынсыҡтарҙан күргәҙмә эшләргә була. Бының өсөн төркөмдә йөрөгән һәр бала уйынсыҡ алып килеп күргәҙмәгә ҡуя. Бала был күренеште ғәҙәттә ыңғай ҡабул итә, был балала ниндәйҙер ғорурлыҡ торғоһо уяна. Үҙ ҡулы менән матурлап, эшләп ултыртҡан уйынсыҡты бәлки кемгәлер бирергә лә теләмәҫ ҡайһы бер бала, ә кемдер бәлки икенсе уйынсыҡҡа алыштырғыһы килер, бәлки уйынсыҡты балалар баҡсаһында ҡалдырырға уйлар бында һәр баланың теләгенән тора. Балалар менән шулай уҡ урамда үткән акциялар ҙа ҡатнашып - кәрәкмәгән уйынсыҡтарҙан ҡотола аласаҡһығыҙ, ә кемдер был икенсе ғүмер алған уйынсыҡтар менән ихлас кинәнеп уйнай аласаҡ. Шуның өсөн, ата-әсәләр, балаларҙа үҙ уйынсыҡтарына ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ, уйынсыҡ мөйөшөн бөхтә, таҙа-матур итеп йыйырга өйрәтегеҙ. Уйынсыҡтарға яҡшы мөнәсәббәттә булырға, уларҙы яратырға, ҡайғыртырға өйрәтеү – ул балала беренсе кешелек ҡиммәттәрен береһе – яратыу тойғоһон үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Балаға уйынсыҡ бүләк итеү – тимәк балаға аралашыу бәхетен, тирә-йүн менән танышыу бәхетен бүләк итеү; уйынсыҡҡа икенсе ғүмер бүләк итеү, үҙе тыуҙырған мөғжизәнән ҡәтәғәтлек тойғоһо алыу ул.