Башҡорт халыҡ ижады бик бай. Уның иң ҙур өлөшөн мәҡәл һәм әйтемдәр алып тора тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ.
Просмотр содержимого документа
«Мәҡәл һәм әйтемдәр-халҡымдың бай хазинаһы»
ТЕЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
Аҡыл — ҡаҙна, күңел — йоҙаҡ, тел — асҡыс.
Тел — күңелдең көҙгөһө.
Тел — ҡылыс: тейешһеҙ ерҙә тый, тейешле ерҙә ҡый.
Тел ҡылыстан үткер.
Баш — һандыҡ, тел — асҡыс.
Күңел — батша, тел — вәзир.
Күңел югерек, тел батыр.
Күңелдә бар телгә килер.
Әҙәмдең күңеле менән теле бер булһын.
Кеше күрке — йөҙ,
Йөҙҙөң күрке — күҙ,
Уйҙың күрке — тел,
Телдең күрке — һүҙ.
Үҙ телем — үҙ ҡылысым,
Атайҙан ҡалған ҡоросом,
Илдә-көндә тынысым.
Бит күрке — күҙ, тел күрке — һүҙ.
Телдең зиннәте — тура һүҙ.
Донъяла иң әсе нәмә лә тел, иң сөсө нәмә лә тел.
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
Татлы тел таш ярыр.
Татлы тел айыу бейетә.
Татлы тел йыланды өңөнән сығарыр.
Теле барҙың иле бар.
Иле барҙың — теле бар.
Ил теле им булыр.
Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.
Теле ямандың көнө яман.
Теле татлының дуҫы күп.
Инсафлының теле саф.
Туған телем — үҙ телем, ҡайҙа барһам — үҙ көнөм.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу.
Тәмле тел йылан арбаған.
Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
Тел һөйләй, ҡул эшләй.
Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
Яман кешенең теле әсе.