Серле ҡумта
Урманда ҡуян күңелле көй аҫтында һикерәнләп йөрөй, кемделер эҙләй:
- 1,2,3- мин эҙләй башлайым.
Берәм, берәм балаларын табып сығара, һикерәнләп уйнайҙар, ҡыуаналар.
Ҡуян әсәй: " Эхх, балаҡайҙарым, тиҙҙән яҙ ҙа етер,беҙгә ашарға һутлы үләндәр, емештәр ҙә күбәйер. Матур, хуш еҫле сәскәләр ҙә үҫер. И-их ҡалай күңелле! Яҙ, килә,яҙ килә.(ҡыуанышып, әйләнеп һикерәнләп алалар. Ҡуян ҡыҙына ҡарап) Әллә ҡыҙым урманды яңғыратып берҙе йырлап алаһыңмы.
Наҙгөл "Урман оркестрын" йырлай. Ҡуяндар артҡы фонда хәрәкәттәр яһайҙар.
Ҡуян әсәй: Рәхмәт ҡыҙым. Уф-ф арып киттем.
( Түмһәккә ултыра, балалар баҫтырышып китәләр.)
Ҡуян малай: Әсәй! Әсәй!
Ҡуян әсәй: Ни булды балам, әллә бүре күрҙеңме?
Ҡуян малай: Юҡ. Мин бына нимә таптым!
( ниндәйҙер ҡумта тотоп килеп әсәһенә бирә. Еҫкәп ҡарайҙар, һелкетеп ҡарайҙар, һыйпап ҡарайҙар.)
Ҡуян әсәй: Был нимә икән ул.Ҡайһылай ҙа матур нәмә...
Балаҡайҙарым, был нәмәнең нимә икәнен тик балалар ғына белә инде.
Ҡуяндар: Ҡайҙа һуң ул балалар?
Ҡуян әсәй: Мин бик зирәк балаларҙы беләм. Улар "Аҡбуҙат" тигән балалар баҡсаһында йөрөйҙәр. Әйҙәгеҙ шул балаларға барайыҡ. Үҙебеҙ менән ҡунаҡтарҙы ла алып барайыҡ.
( балалар ҡунаҡтарҙы эйәртеп сығалар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡуян әсәй балаларҙы эйәртеп алып сыға.)
Ҡуян: Бына урманға килеп тә еттек.Һеҙҙе күреп ҡыуанып, йөрәкһеп киттем. Урманда шундай саф һауа. Әйҙәгеҙ, урманды еҫкәп ҡарағыҙ әле (һулыш алыу күнегеүе үткәреү).
Тәрбиәсе: Ысынлап та урманда саф һауа, күңелдәр күтәрелеп китте. Балалар, күмәкләп уйнап, бейеп алайыҡ.
Түңәрәк уйыны "Сәп-сәп -сәп итә"
Ҡуян: Э-э-й, һеҙҙе күреп ҡыуаныстан онотолоп киткәнмен, баяғы мин әйткән әйбер ошо инде. Эй матур, әммә мин балаларым менән нимә икәнен белмәнек.
Тәрбиәсе: Был бит ҡумта. Эсендә нимә икән һуң. Бик ныҡ итеп бикләнгән, асырлыҡ түгел.
Ҡуян: Сеү! Минең оҙон ҡолаҡтарыма ниндәйҙер тауыштар ишетелә. Был бит беҙҙең урмандың тауышы.
Балалар: Беҙ ишетмәйбеҙ, бер нәмә лә ишетелмәй.
Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, иғтибар менән тыңлайыҡ әле, ниндәй тауыштар ишетелә. Ниндәй ҡоштарҙың тауышын ишеттегеҙ?
(ҡоштар тауышы ишетелә)
Балалар: һайыҫҡан шыҡырыҡланы, ала ҡарға ҡарҡылданы, тумыртҡа туҡылданы, өкө ухылданы, турғайҙар сырҡылданы, һыҙғырҙы. (тып-тып итеп тамсы тама)
Ҡуян: Ә был тауыш миңә ят. Мин ҡурҡам, ниндәй тауыш ул.
Тамсыҡай : Тып – тып – тып, мин - яҙғы тамсы. Мин бик күп ерҙәрҙә, йылға – күлдәрҙә, хатта океан – диңгеҙҙәрҙә булғаным бар, күпте күрәм, күпте беләм. Был ябай ҡумта түгел, серле ҡумта. Ҡумтаның сере шул: һеҙгә урманда бик күп ҡаршылаҡтар осрар, шул ҡаршылыҡтарҙы еңгән һайын берәр йоҙаҡ асылып барыр. Уның сере – урманда, урман һеҙгә үҙе ярҙам итер, ә мин һеҙгә дөрөҫ юлды күрһәтеп тауыш биреп торормон, тып – тып – тып.
Ҡуян : Һеҙҙе күреп ҡыуаныстан онотолоп торам. Һеҙ ҡумтаның серен эҙләй тороғоҙ. Минең балаларым да килергә тейештәр ине ошо урманға, әллә бүрегә юлыҡтылар мы икән. Ҡарап ҡына киләйем инде. (Сыға)
Тәрбиәсе: Иғтибар менән урманды ҡарағыҙ әле, берәй нәмә күренмәҫме икән.
Бала: Бер һары нәмә күренә.
Балалар: Төлкө! Төлкө!
(Төлкө көй аҫтында юхаланып ҡына атлап сыға).
Төлкө : Эй, балалар, күрҙегеҙ ҙә ҡалдығыҙ мине. Мин һеҙҙе йәшенеп кенә күҙәтеп ултыра инем. Һаумыһығыҙ балалар, һеҙ урманда нимә эшләп йөрөйһөгөҙ.
Балалар: Ҡуян ҡумта табып алған да нимә икәнен белмәгәс, беҙҙе урманға саҡырып килтерҙе. Ул ябай ҡумта түгел, серле ҡумта.Тамсыҡай ҡумтаның сере урмандан эҙләгеҙ тигәйне, шуны эҙләп торабыҙ.
Төлкө: Улай икән.Мин күп нәмәне беләм, әммә был серҙе белмәйем. Мин яҙ килгәненә ҡыуанып бөтә алмай йөрөйөм. Ҡыш миҙгеле миңә бер ҙә оҡшаманы. Һыуыҡ булды.Ҡышты мин яратмайым, ул насар миҙгел.
Уйын “Яҡшы - насар”
1 бала:Ҡыш яҡшы, сөнки беҙ тауҙан санала, саңғыла шыуабыҙ.
Төлкө: Ҡыш насар, сөнки миңә сысҡан тотоуы ауырлаша.
2 бала: Ҡыш яҡшы , сөнки беҙ ялтыр боҙҙа конькила шыуабыҙ.
Төлкө: Ҡыш насар, сөнки һунарсылар мине аҡ ҡарҙа тиҙ генә күреп ҡалалар.
3 бала: Ҡыш яҡшы, сөнки ҡар күп яуһа иген уңа, бесән шәп үҫә.
4 бала: Ҡыш яҡшы, сөнки беҙ ҡар бабай эшләп уйнайбыҙ.
Төлкө: Эй балалар, һеҙҙең менән бәхәсләшеүе ҡыйын икән. Күпте беләһегеҙҙер, бик аҡыллы һөйләшәһегеҙ.
Тәрбиәсе: эйе, беҙҙең балалар бик күпте беләләр, һинең турала ла күп нәмә беләләр.
Уйын “Был ниндәй әкиәт”
1 бала: төлкө хәйләкәр, алдаҡсы.
Төлкө: Балалар, минең алдаҡсы, хәйләкәр икәнде ҡайҙан белдегеҙ ул? Йәгеҙ иҫбатлағыҙ инде.
2 бала:Төлкө өшөйөм тип ҡуянды алдап, уны өйөнән ҡыуып сығарҙың бит.
Тәрбиәсе: ниндәй әкиәттә булды был хәл?
Балалар: "Өйһөҙ ҡуян"әкиәтендә.
3 бала: Айыуҙы алдап бер батман майҙы ашап бөттөң бит.
Тәрбиәсе: Ә был ниндәй әкиәттә булды.
Балалар: "Етем төлкө" әкиәтендә.
4 бала:Торнаны ҡунаҡҡа саҡырып, бутҡаны һай тәрилкәгә һалып биреп торна ҡунаҡтан ас ҡайтҡан.
Тәрбиәсе: Был хәл ҡасан булды?
Балалар: "Төлкө менән торна" әкиәтендә.
Төлкө: Етер, етер балалар. Мин былай ҙа ҡыҙғылт инем, оялыштан тағы ла ҡыҙарып киттем. Мин башҡаса берәүҙе лә алдамайым инде. Ә һеҙ бигерәк зирәк, аҡыллы икәнһегеҙ.
( тамсы тыпылдап тама.)
Төлкө: Ниндәй тауыш сығып китте. Әллә һунарсылар йөрөйме икән. Ярай, балалар, һау булығыҙ. Имен саҡта ипләп кенә китергә кәрәк, тип һөйләнеп сығып китә.
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, ҡумтаның бер йоҙағы асылды, тимәк беҙ был ҡумтаның бер серен сикәнбеҙ.
Тамсыҡай : Балалар, минең дә бер серем бар, беҙ тамсыҡайҙар шаярырға яратабыҙ, беҙҙең шаян йомаҡтарыбыҙҙа бик күп. Әйҙә мин дә һеҙҙең менән уйнап алайым әле. Иғтибарлы булағыҙ! Һеҙгә яуаптарҙы дөрөҫ итеп сисергә кәрәк.
Гүйә, күктән ҡайындарға
Яуған йондоҙҙар
Ем – ем килеп емелдәшә
Елбәҙәк шарҙар (ҡарҙар)
Ҡар көрәргә
Буярға теләк
Нимә кәрәк?
Дөрөҫ! Һәнәк. (көрәк)
???????????????????? йомаҡтар
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, серле ҡумтаның тағы ла бер йоҙағы сиселде.
Тамсыҡайға рәңмәт әйтеп, уның тураһында йырлап алайыҡ.
Йыр: “Тамсыҡай”
Тәрбиәсе: Балалар, мин өшөп киттем. Ә һеҙ өшөмәнегеҙ ме? Әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ.
Уйын: “Ҡар, ел, боҙбармаҡ, ҡояш”
(Ел тигәс, тубырсыҡ килеп төшә)
Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, был нимә ул?
Балалар: Тубырсыҡ
Тәрбиәсе: Ә был тубырсыҡ кемдеке икән?
Тейенкәй: Тубырсыҡ тотоп залға тейен килеп инә. Эйе , был минең тубырсығым .
- Һаумыһығыҙ балалар ! Мин һеҙҙе оҙаҡ ҡына күҙәтеп ултырҙым әле . Бик аҡыллы, зирәк икәнһегеҙ. Мин дә һеҙҙең кеүек йырларға, уйнарға, хатта һүрәттәр ҡарарға яратам.
Уйын “Хикәйә төҙө”
Бына күрәһегеҙме, минең күпме һүрәттәрем бар (тубырсыҡ эсенән һүрәттәр сығара). Тик мин уларҙы буташтырып бөтөрҙөм дә, нисек итеп дөрөҫ айыра белмәйем. Балалар, зинһар өсөн ,миңә һүрәттәрҙе айырырға ярҙам итегеҙ әле.Был эште эшләр өсөн һеҙгә экрандағы һүрәттәр ярҙам итер , һүрәттәрҙе миҙгелдәргә айырып ҡуйығыҙ һәм хикәйә төҙөп һөйләгеҙ. Мин бик шат булырмын (балалар һүрәттәрҙе таҡтаға теҙеп ҡуялар һәм хикәйә һөйләйҙәр). Дуҫ , берҙәм һәм күпте белгән балалар икәнһегеҙ .Һүрәттәрҙе һә тигәнсе айырып ҡуйҙығыҙ. Миҙгелдәрҙе лә бик яҡшы айыра һығыҙ. Ә һеҙҙең эҙмә-эҙлекле , бәйләнешле итеп һөйләгән хикәйәгеҙҙе мин бик иғтибарлы тыңланым һәм өйрәнеп торҙом . Урмандағы йәнлектәргә һөйләп тә ишеттерермен әле . Рәхмәт балалар.
(Тамсының тып – тып тигән тауышы ишетелә)
Тәрбиәсе: Балалар, ишеттегеҙ ме? Беҙгә тамсыҡай үҙенең сигналын бирә, тимәк беҙ серле ҡумтаның тағы ла бер серен сискәнбеҙ. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ әле, йоҙаҡ асылыр микән. (Ҡумтаны ҡарау, йоҙаҡты асыу)
Тағы ла бер серҙе сисеүебеҙгә ҡыуанып, әйҙәгеҙ беҙгә ярҙам иткән хайуандар тураһында йырлап алайыҡ.
Түңәрәк уйын: “Дуҫтарымдың теле”
(Тып – тып тигән тауыш ишетелә)
Тәрбиәсе: Балалар ишеттегеҙ ме?
Балалар: Эйе, был тамсыҡай үҙенең тауышын бирә.
Тәрбиәсе: тимәк беҙҙең серле ҡумтаның аҙаҡҡы сере лә сиселгән. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ . ( йоҙаҡ асыла, ҡумта эсенән “Тылсымлы өндәр” китабы сығарыла)
Был ҡумтаның эсендә китап булған икән, ул “Тылсымлы өндәр” тип атала. Был китап беҙгә телдәрҙе шымартырға, дөрөҫ һөйләргә бик ҙур ярҙам итәсәк. Уны беҙ балалар баҡсаһына алып ҡайтып ҡулланырбыҙ. Серле ҡумтаның сере сиселде, әйҙәгеҙ шуға ҡыуанып йырлап алайыҡ.
Йыр: “Нурлы баласаҡ”
Тәрбиәсе: Ә инде беҙгә балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт етте. Әйҙәгеҙ, беҙгә серле ҡумтаның серен сисергә ярҙам иткән йәнлектәргә рәхмәт әйтәйек
Балалар:Рәхмәт
Бөтәһе бергә: Һау булығыҙ
(сығып китәләр)