Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡала округының
«Сулпылар» берләштерелгән балалар баҡсаһы
муниципаль мәктәпкә тиклемге белем биреү
бюджет учреждениһы
Телмәр үҫтереүҙә төрлө модель
схемалар,алгоритмдар ҡулланыу.
Консультация-практикум.
Әҙерләне:
Тәрбиәсе Сабитова Айгөл Фәррәх ҡыҙы.
Сибай-2019.
Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә.Нимә ишетә,нимә күрә,нимә күҙәтә-барыһы ла уның телмәрендә.Уның өсөн һөйләгән һүҙе-асыш,образ,бәләкәй генә әкиәт,тормош тәжрибәһе.
Телмәр-төп аралашыу формаһы.Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү-мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт.Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә,тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә,тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша.Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.
Бөгөнгө көндә бай телмәрле,һүҙлек запасы күп булған,үҙ фекерен асыҡ,аңлайышлы итеп әйтә алған балалар һирәк.
Телмәрҙә бик күп проблемалар бар:
-тулы булмаған ябай һүҙҙәрҙән торған һөйләм;
-һөйләмде грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөй белмәйҙәр;
-һүҙлек запасының һәм телмәрҙең ярлы булыуы;
- әҙәби булмаған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡуллыныу;
-монолог төҙөй белмәү;
-телмәрҙә логик бәйләнеш булмауы;
-телмәр мәҙәниәте күнекмәләренең булмауы:интонация,
тауыш көсө,тембр,ритм менән ҡуллана белмәү.
Шуға күрә лә балаларҙы таҙа,асыҡ,бәйләнешле телмәр итеп һөйләшергә,үҙ фекерҙәрен аңлайышлы формаларҙа әйтергә өйрәтеү тәрбиәселәрҙең бурысы.Икенсе яҡтан,балаларҙы өйрәтеү балалар өсөн ҡыҙыҡлы булыуы мөһим.
Теоретик материал.
Бәйләнешле телмәр үҫтереү процесын еңеләйтеүсе факторҙарға иғтибар итәйек:
С.Л.Рубинштейн,А.М.Леушина,М.В.Эльконин фекерҙәренсә беренсе фактор-күргәҙмәлек.Картиналар,һүрәттәр ҡарап балалар предметтарҙы дөрөҫ әйтергә,уларҙың билдәләрен аңлатырға,улар менән нимә эшләп була икәнен аңлай алалар.
Икенсе фактор-һөйләү планы.Был факторҙы Выготский тәҡдим итә һәм раҫлай.Схемаға ҡарап бала һөйләргә өйрәнә тип белдерә.
Телмәр үҫтереү эшмәкәрлегендә түбәндәге алымдар киңерәк ҡулланыла:
---мнемотехника(мнемотаблицалар)
--модел-схемалар.
Мнемотехника-төрлө алымдар системаһы,уның менән балаларҙа фекерләү,сағыштырып ҡарау,һығымта яһау,йомғаҡлау,анализлау кеүек алымдарҙы үҙләштереү мөмкинселеге барлыҡҡа килә.
Мнемотехника балаларҙың бәйләнешле телмәрен һәм һүҙлек запасын байытыу өсөн дидактик материал булып хеҙмәт итә:
---йомаҡтар төҙөү һәм сисеү барышында;
---шиғырҙар ятлау,тиҙәйткестәр,телтөҙәткестәр,әүрәткестәр өйрәнгәндә;
---хикәйәләр төҙөгәндә;
---нәфис әҙәбиәтте һөйләгәндә;
---әкиәттәр һөйләгәндә.
Мәҫәлән,балалар менән «Ҡуян» шиғырын яттан һөйләргә өйрәнәбеҙ.Иң беренсе балаларға шиғырҙы тасиури уҡып ишеттерәбеҙ:
Тышта ямғыр яуа ҡойоп,
Ултыра ҡуян –бойоғоп.
Өйгә инмәйсә ҡалған,
Бөтөн ере һыуланған.(Балаларға мнемотаблица күрһәтелә)
Тағы ла бер шиғырҙы тыңлап китәйек:
Өй алдында себештәр:
-Сип-сип-сип-тип йөрөйҙәр.
Кескенә ҡанаттары
Муйындары һап-һары
Күпереп тора йөндәре
Ул-уларҙың тундары.(Мнемотаблица күрһәтелә)
Шулай итеп,балаларға шиғыр ятларға өйрәткәндә мнемотаблицалар ҡулланыу бик отошло:сөнки балалар шиғырҙы тиҙерәк отоп ала һәм хәтерендә лә ныҡ ҡала.
Телмәр үҫтереүҙә шулай уҡ график схемалар киң ҡулланыла.Ундай схемаларҙы логопед Ткаченко 1983 йылда үҙ эшендә ҡуллана башлай.
Мәҫәлән,телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегендә “Яҙғы тәбиғәт”темаһы.Балалар һүрәткә ҡарап ҡына һөйләмдәр төҙөп эҙмә-эҙлекле “Яҙ”тураһында һөйләргә ҡыйынһына.Бында ярҙамға схема-алгоритмдар килә.Һеҙҙең ихтибарға “Яҙ”алгоритмы тәҡдим итәм.(Слайд 5)
Бындай алгоритмға ҡарап балалар яҙғы һауа торошо,яҙ көнө балалар нисек кейенәләр.балаларҙың яҙғы уйындары тураһында һөйләп “Яҙ” тураһында ҡыҙыҡлы хикәйә төҙөй.Бындай алгоритмдарҙы “Йәй”, “Көҙ”, “Ҡыш” темаһын үткәндә лә ҡулланып була.(Слайд 6. Слайд 7. Слайд 8.)
Шулай итеп,мнемотаблицалар,алгоритмдар ҡулланғанда балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәре үҫешә,улар һөйләмдәрҙе грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөргә өйрәнәләр.һүҙлек запасы арта һәм бөтә булған психик процестар ҙа йылдам үҫешә.