“Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гелгенә”
Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, егеттәр-ҡыҙҙар! Бөтәгеҙҙе лә “Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гелгенә” тигән кисәгә - ғашиҡтар көнө менән ҡотлайбыҙ, күңелле ял итеүегеҙҙе теләйбеҙ.Беҙҙең менән бергә булығыҙ. Ҡатнашып утырығыҙ!
Мөхәббәт...Бер уйлаһаң был ябай бер һүҙ. Ә ул һүҙ нимә аңлатҡанын кем белә?
(залдан яуаптар)
Һәр кем уны үҙенсә аңлай. Һәр кемгә мөхәббәт хисе таныш, ул һәр кемдең күңеленә яҡын. Мөхәббәт һәр кемгә лә килә, тик уның килеү ваҡыты төрлөсә: кемдер уның менән иртә осраша, ә кемдер һуң.
Мөхәбәтле йөрәктәрҙә шундай шиғырҙар тыуа. Шулай итеп, һүҙ кисәне йәмләүсе, йәш шағирыбыҙғы, Айгөл Ғәбитоваға бирелә.
(шиғыр һөйләй)
Афарин, Айгөл!!!
Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ мөхәббәт тураһынла легенда тыңлап үтәйек:
Аллаһы Тәғәлә әҙәмдәрҙең йәндәрен донъяға яратҡан да, икегә бүлеп ер йөҙөнә ебәргән имеш. Был ҡуш йәндәр ир һәм ҡатын затынан була. Уларҙы айырғанда, яҙмыштарын билдәләп «Бер яҡшыға бер насар»,- тип әйткәндә, Раббыбыҙ, яңлышҡан: «Бер насарға бер насар, бер яҡшыға бер яҡшы»,-тип тә әйтеп ебәргән.
Йәндәр был донъяла бер-береһен эҙләп табып, ғаилә ҡороп, нәҫелдәрен дауам итә. Шуларҙың йөҙҙән, меңдән бер парына ғына Аллаһы Тәғәлә ҙур һынау һәм шул уҡ ваҡытта оло бүләген һәҙиә итә икән – ул ысын, саф мәхәббәт. Хәҙер инде ер йөҙөндә бындай көслө тойғоно татыған, аҡылынан шашып яратҡан кешеләрҙең мөхәббәт тарихтары китаптарға яҙылған Ләйлә менән Мәжнүн, Таһир һәм Зөһрә, Йософ менән Зөһрәләр һөйөүенең көсөн кемдәр генә татыйһы килмәй икән дә, кемдәр генә аҡҡоштарҙың тоғролоғона көнләшмәй һуң?
Һайрауҙарын онотоп тыңлаһын.
Һыуға барған матур ҡыҙҙар
Ҡушылһын да өҙөлөп йырлаһын.
Йырһыҙ тормош тәме юҡ
Йыр,- һулар һауа кеүек
Йыр йәшәй, йыр мәңгелек.
Рәхмәт Гөлнур!!!
Мөхәббәт ул - әйтерһеңдә утлы йәшен, яндыра ул ҡартын - йәшен. Мөхәббәт йәшәүгә көс, дәрт биреүсе бөйөк нимә ул. Шулай булғас, әйҙәгеҙ әле Инсаф Хужабиргәнов башҡарыуында шиғыр тыңлайыҡ!!!
(Инсаф шиғыр һөйләй)
Бына шулай егеттәрҙе мөхәббәт нимә эшләтә! Дәртләндерә лә, ҡанатландыра ла, өйләндерә лә икән
Афарин, Инсаф!!!
Үҙәккә үтерлек һыуыҡтары, ыжғыр бурандарына ҡарамай, барса халыҡ Ғашиҡтар көнөн билдәләй. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йөрәктәрҙең иң яратҡан, иң көтөп алған байрамдарының береһе ул. Был көндә һәр кем берҙән-беренә бүләктәр бирә, яҡындарына “валентинка”лар тарата. Ғашиҡтар көнөн кем нисек ҡаршылай һәм үткәрә икән, әйҙәгеҙ, бер нисә ғашиҡ йәндең, мөхәббәтле кешеләрҙең һүҙҙәрен тыңлап алайыҡ.
Хәҙер һеҙ, хөрмәтле дуҫтар, бер – берегеҙгә валеньтинкалар тапшырырға тейеш булаһығыҙ! Нисек теләйһегеҙ, шулай эшләйһегеҙ, тик ул ысын күңелдән булырға тейеш!
(валеньтинкалар менән алышыналар, уларҙа нимә яҙылғанын уҡып ишеттерәләр).
Һөйгәнеңә нимә бүләк итергә? тигән һорау һәр кемдең башында килеп тыуалыр мөғайын, һеҙгә ярҙамға килергә булдыҡ, иғтибар менән тыңлағыҙ, был ҡәңәштәр кәрәк булыр!
1. Йөрәк формаһындағы һауытҡа һалынған тәм-томдар. Матур ҡумта һатып алып, унда һөйгәнегеҙ яратҡан шоколад, кәнфит, печенье тултырығыҙ.
2. Йөрәк биҙәктәре төшкән гәлсәр фужерҙар йәки матур, затлы быяланан эшләнгән бокалдар. Тик улар мотлаҡ икәү булырға тейеш.
3. Тышлығында йөрәк һүрәте булған, ә тәүге биттәренә икегеҙҙең дә иң бәхетле минуттарҙа төшкән фотоларығыҙ ҡуйылған альбом.
4. Хуш еҫле майшәмдәр. Уларҙы 14-ендә киске табында ҡабыҙырға онотмағыҙ.
5. Мөхәббәт йырҙары, моңдары яҙылған диск.
6. Һөйгәнегеҙ менән икегеҙ төшөрөлгән, изге теләктәр яҙылған календарь. Уны фотоүҙәктә йәки махсус студияла эшләтергә мөмкин.
7. Бирсәткәләр. XVII быуаттан башлап Европаның күп илдәрендә улар Изге Валентин көнөнә иң һәйбәт бүләк һанала.
8. Ресторанға йәки кафеға саҡырыу. Хистәрегеҙҙе белдереү өсөн шунан да уңайлыраҡ урын булмаҫ.
- Ә һеҙ, үҙегеҙҙең икенсе яртығыҙға ниндәй бүләктәр бирәһегеҙ?
- (бер-ике кешене тыңлап китергә)
- Был байрам бөтә илдәрҙә лә байрам ителә, ә ниндәй бүләктәр менән бүләкләнгәнен хәҙер белербеҙ!
- * Рәсәйҙә Ғашиҡтар көнө күптән түгел генә билдәләнә башланы һәм тиҙ арала халыҡ араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
* Бразилияла, открыткалар, сәскәләр һәм тәмлекәстәрҙән тыш, ғашиҡтар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән алмаша.
* Инглиздәр, боронғо йолаларын онотмайынса, был көндә валентинкаларҙан лотерея уйыны ойоштора.
* Италияла ҡыҙҙар, йөрәк формаһындағы “валентинка”ны ҡап уртаға бүлеп, яртыһын дөйөм тоҡҡа һала, икенсе яртыһын үҙендә ҡалдыра. Тоҡтағы
яртышар йөрәктәрҙе егеттәр тартып сығара һәм “валентинка”ның йыртылған эҙҙәре буйынса мөхәббәтен эҙләй.
* Испанияла ир-егеттәр һөйгән йәрҙәренә мотлаҡ аҡһыл-ҡыҙыл раузалар бүләк итә.
* Америкала иһә гүзәл заттар был көндә яратҡан кешеләренә яҙмыштарын, тормоштарын бәйләргә тәҡдим яһарға хоҡуҡлы. “Юҡ” тип яуаплаған егет ҡыҙға ебәктән тегелгән ҡыҙыл күлдәк алып бирергә бурыслы. Бындай бүләк менән ҡыҙ башҡа егеткә оҡшарға тейеш тип иҫәпләнә.
* Францияла байрам көнөндә барыһын да ҡотлайҙар, хатта йорт хайуандарын да, эйәләштерелгән ҡоштарҙы ла. Ә һуңғы ваҡытта был илдә матбуғат биттәрендә баҫылған “валентинка”лар популярлыҡ яулай бара.
- Бына шулай күңелле үтә был байрам бөтә ил буйлап!
- Хәҙер һеҙҙең менән уйын уйнап алабыҙ, мин һеҙгә билдәле геройҙарҙың исемдәрен әйтәм, ә һеҙ уларҙың парын әйтергә тейеш, башланыҡ:
Андрей Болконский - ... (Наташа Ростова)
Мастер - ... (Маргарита)
Кай - ... (Герда)
Чацкий - ... (Софья)
Пьеро - ... (Мальвина)
Леонид Агутин - ... (Анжелика Варум)
Клеопатра — Антоний
Лиля Брик — Маяковский
Изольда — Тристан
Людмила — Руслан
Ахматова — Гумилев
Джульетта — Ромео
Дездемона — Отелло
Жозефина — Наполеон и т. п.
Бик яҡшы, бөтәһенә лә пар табылды!
Тағын бер уйын уйнап алабыҙ, мин һеҙгә ҡағаҙ битендә яҙылған пероснаждар бирәм, һеҙ уның образына кереп уҙегеҙҙең мөхәббәтегеҙ тураһында һөйләргә тейеш булаһығыҙ!
(А4 яҙылған исемдәр таратыла)
Бик кыҙыҡ конкурс булды, афариндар!
Күңелһеҙ ҙә булһа, эсең бошһа,
Төштәреңә һинең керермен,
Сәскә бүләк итеп, һөйөп һине,
Тик эргәңдә булам тейермен!
(айгөл шиғыр һөйләй)
(һөйләүселәр булһа, шиғырҙар һөйләйҙәр)
Ғашиҡтар көнө менән барығыҙҙы ла! Яратығыҙ,яратылығыҙ! Яңғыҙҙар мөхәббәтегеҙҙе табығыҙ, ә парлылар, һеҙҙең һөйөү бер ҡасан да һүрелмәһен ❤
Мөхәббәтте һорап алмайҙар –
Йөрәк менән генә яулайҙар,- тигән Риф Мифтахов, шулай итеп һеҙ ҙә үҙегеҙҙең мөхәббәтегеҙҙе йөрәгегеҙ менән күрә белегеҙ! Хушығыҙ!!!