Тема: Башҡортостан ҡалалары.Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
Маҡсаттар:
1) Белем биреү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышын, Башҡортостан тураһындағы текстарҙың төп йөкмәткеһен үҙләштереү; 2) Үҫтереү: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылыш айырымлыҡтарын үҙләштереү, уҡыусыларҙың логик фекерләүенә иғтибар итеп, хикәйәләү-тасуирлау мөмкинлектәрен киңәйтеү;
3)Тәрбиәүи: Башҡортостанға һөйөү тәрбиәләү, башҡорт теле аша башҡорт халҡының тарихы, төп милләт булған башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү,Башҡортостан ҡалалары тураһында белешмә биреү.
Йыһызландырыу: дәреслек, Башҡортостан картаһы, һүрәттәр, карточкалар,интерактив таҡта.
1.Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!
2.Әйҙәгеҙ, өйгә эште тикшереп алайыҡ.
Ниндәй өй эше бирелгәйне? Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап була? Кемдәр? Нимәләр? Исем- имя существительное.
Предметтарҙың атамаһын
“Исем” белдерә беҙгә.
Кем һәм нимә?һорауҙарын
Ҡуйырға кәрәк һүҙгә.
3.Фонетик күнегеү
Дәресте башлар алдынан бер аҙ телдәрҙе лә шымартып алайыҡ.
Үҙ-үҙ-үҙ- Беҙ үҙебеҙ башҡорттар,
Үп-үп-үп- Күп ырыуға баш йорттар.
Ҡа- ҡа-ҡа- Беҙҙә ҡалын урмандар,
Ҙә-ҙә-ҙә- Беҙҙә данлы Урал бар.
4.Ребустар сисеп үтәйек.Дәрестең темаһын асайыҡ.
Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.
Эйе, Башҡортостандың ҡалалары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.Ҡалалар ниндәй хәреф менән яҙыла?Баш хәреф менән.Тимәк, предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе: яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе лә өйрәнеп китәсәкбеҙ.(Собственные и нарицательные имена)
5.Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ
Тема: Башҡортостан ҡалалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
6.Әңгәмә.
-Башҡортостандың ниндәй ҡалаларын беләһегеҙ?
-Нисә ҡала Башҡортостанда?
-Иң ҙур ҡалаларҙы әйтеп сығығыҙ?
-Өфө ҡалаһы ҡасандан бирле ҡала булып һанала?(1574)
Ә беҙҙең ҡала ҡасан барлыҡҡа килгән?(1781)
7.Карточкалар менән эш.Текст өҫтөндә эш.
-һүҙлек эше: рәсми исеме-официальное название,урынлашҡан,биләгән майҙаны-занимаемая площадь
- сылбырлы уҡыу
- тәржемә итеү,
- һорауҙарға яуап биреү,
- текстан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табыу.
Башҡортостан республикаһында 54 район,21 ҡала,4674 ауыл бар.Иң ҙур ҡалалар:Өфө,Стәрлетамаҡ,Салауат,Сибай,Учалы,Нефтекама. Кеше һаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Ағиҙел ҡалаһы.
Йәше буйынса иң олоһы — Өфө ҡалаһы, иң йәше — Межгорье.
Биләгән майҙаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Яңауыл.
Яңауыл ҡалаһы Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан , көньяғында Баймаҡ, көнсығышында Учалы, көнбайышында Октябрьский ҡалалары тора.
Учалы, Сибай, Туймазы, Октябрьский, Межгорье ҡалаларының рәсми исеме башҡортса ла урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла.
8.Карточка менән эш.Һүҙҙәрҙе өс төркөмгә бүлеп яҙыу.
Ҡалалар,Кеше исеме,Йылғалар.. Бәләбәй,Ағиҙел,Бөрө,Дим,Һаҡмар,Гәүһәр,Салауат,Айһылыу,Танып,Мәләүез,
Андрей,Сибай,Йүрүҙән,Рәми,Өфө,Инйәр,Ашҡаҙар,Гөлназ,Айгөл,Азат.
Һеҙҙең белемдәрегеҙгә өҫтәп, мин дә Башҡортостан тураһында аҙыраҡ һөйләп китәйем.
Беҙҙең республикабыҙ башта Башҡорт Автономиялы Совет республикаһы тип аталған, ә 1992 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. Уның майҙаны 143 мең квадрат километр. Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфө, унда 1 миллиондан артыҡ кеше йәшәй. Башҡортостанда 54 район, 21 ҡала, 40 ҡала тибындағы ҡасаба (поселок) бар.
-Иң ҙур ҡалалар һәм иң ҡарты Өфө 1574 йылда төҙөлгән.
-Иң йәш һәм бәләкәй ҡалаларҙан Ағиҙел ҡалаһы һанала.Ул 1991 йылда барлыҡҡа килгән(основан)
Ҙур ҡалалар Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Туймазы ,Октябрьский. (Численность их населения также является самой большой. )
Уҡыусылар, миңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.
Һөйләмдәр урынына яңылыш рәсемдәр ҡуйғанмын. Һеҙ дөрөҫләп яҙығыҙ әле.
- Ай+гөл- Айгөл;
- Башҡортостан ;
Ҡара + иҙел = Ҡариҙел
Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? - Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала?
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ “Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән һүҙҙән икенсе һүҙҙәр төҙөйөк, улар кем йәки нимә һорауына яуап булырға тейештәр (баш- голова, ҡорт- пчела , ос- конец, ҡор- община, шар, башҡорт- башкир, ҡаш- брови, торт, башаҡ- колосок, ҡош- птица, таш- камень, ат- лошадь)
Хәҙер ошо һүҙҙәр менән кем һөйләм уйлап әйтә һәм таҡтаға сығып яҙа?(Таҡтала яҙыу, үҙ аллы эшләү)
Дәрескә рефлексив анализ.
Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле.(карточкалар таратыла, уҡыусылар эшләйҙәр).
-Йәше буйынса иң оло ҡала _____________.
-Ниндәй ҡалаларҙың рәсми исеме башҡортса ла урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла?_____________________________________________________________
-Ниндәй ҡала кеше һаны буйынса иң бәләкәйе?__________________________
-Ниндәй ҡала майҙаны буйынса иң бәләкәй ?_____________________________
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына бер, уртаҡлыҡ исемдәрҙең аҫтына ике һыҙыҡ һыҙ.
Эштәрегеҙҙе алмашығыҙ.
Дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек? Бөгөн дәрестә ниҙәр белдегеҙ? Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?
Өй эше.Баһалау.