Шәхси һөҙөмтәләр: -үҙ аллылыҡҡа, белем алыуға, хеҙмәткә етди һәм яуаплы ҡарау; -мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу; -һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау; -атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу; -тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу. Метапредмет һөҙөмтәләре: Танып белеү эшмәкәрлеге УУД (универсаль уҡыу эшмәкәрлеге) -уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү; -теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү; -мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү; -билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Предмет һөҙөмтәләре: -һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү; -бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; -диалогты дауам итеү; -программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү; -тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу; -ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; -иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре. |