Башҡортостан республикаһының мәғариф министрлығы
Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районыадминистрацияһыныңмәғариф бүлеге
Прибельский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Х I Х быуаттың күренекле шәхесе М.Өмөтбаевтың
тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге
(фәнни- ғәмәли эш)
Эштең авторы: Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы
администрацияһының мәғариф бүлеге
Прибельский ауылы урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙә-
биәте уҡытыусыһы Мусина Ф.Р.
Прибельский – 2015
Йөкмәткеһе
Инеш
Төп өлөш
1. М.Өмөтбаев - халыҡтар мәҙәниәтен бәйләүсе элемтәсе.
2. М.Өмөтбаев- А.С.Пушкин ижадының төрки телгә беренсе тәржемәсеһе.
3. М.Өмөтбаевтың тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.
4. М.Өмөтбаевтың башҡорт халҡының тарихына,этнографияһына арналған
хеҙмәттәре
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
Инеш
Ҡыҙылғы ла буйы ҡыҙырым сауҡа,
Сауҡалары бер көй һамаҡлай,
Баҡтиһәң, был көйҙө таң атҡанда
Ысыҡ кисеп йырлап уҙған тиҙәр
Беҙҙең Мөхәммәтсәлим олатай.
Аяҡ эҙкәйҙәре юйылһа ла
Исемкәйен меңдәр ҡабатлай,
Сал быуаттар аша киләсәккә,
Ғүйә, бөркөт кеүек ҡарап тора
Беҙҙең Мөхәммәтсәлим олатай.
Хаҡ һүҙҙәрен елдәр осорманы,
Ҡола далалағы ҡамғаҡтай,
Моң- саздарын, шиғри гәүһәрҙәрен
Илгә йәдкәр итеп ҡалдырҙы бит
Беҙҙең Мөхәммәтсәлим олатай.
Уның бай ижады хисте ялмай.
Зауыҡтырғыс яҙғы сыуаҡтай,
Милли әҙәбиәттең, мәҙәниәттең
Мөхәббәтле пәйғәмбәрелер ул
Беҙҙең Мөхәммәтсәлим олатай.
Абдулхаҡ Игебаев.
ХIХ быуаттың күренекле шәхесе, башҡорт халҡының аҫыл улдарының береһе, йәмәғәт эшмәкәре, тәржемәсе, публицист, шағир, ғалим-энциклопедист М.Өмөтбаев күп яҡлы ижады, халҡына тоғро хеҙмәт итеүе менән юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
— Әгәр ҙә кешене донъя ҡуйғандан һуң 50 йыл телгә алалар икән, ул үҙ халҡына тоғро хеҙмәт иткән тигәнде аңлата. Быуат үткәс тә хәтерләһәләр, “ил улы” исеменә лайыҡ. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев иһә республикабыҙҙың ғына түгел, Рәсәйҙең дә бөйөк шәхесе булды һәм артабан да шулай буласаҡ. Уны Венгрия, Германия, Төркиә илдәрендә лә беләләр. — тине профессор Ғиниәт Ҡунафин. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 170 йыл тулыу айҡанлы районыбыҙҙа үткәрелгән сарала.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың эшмәкәрлек һәм ижад йүнәлештәре шул тиклем күп төрлө һәм сағыу, быны йәйғор төҫтәре менән генә сағыштырып була. М.Өмөтбаев башҡорт мәғрифәте һәм мәҙәниәтендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Ул рус телен, күп кенә көнсығыш телдәрен үҙ туған теле кеүек камил белгән, алдынғы рус һәм көнсығыш, Европа мәҙәниәтен үҙләштергән, уларҙың байлыҡтары, ҡаҙаныштары аша башҡортхалҡы тормошона ҡараған, уны мәғрифәтле итер өсөн көрәшкән патриот.
Теманың актуаллеге
Аң белемде, мәҙәниәтте үҫтереүгә бағышланған М. Өмөтбаевтың ижади мираҫы үҙ осоро өсөн генә түгел, XXI быуат фәне, мәҙәниәте, әҙәбиәте өсөн дә әһәмиәтле. Йөкмәткеһе менән энциклопедияға торошло “Йәдкәр” китабында урын алған тәбиғәт һәм донъя, ғилем һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм халыҡ ижады,уҡыу уҡытыу һәм халыҡ педагогикаһы, Башҡортостан тарихы, этнографияһы,публицистикаһы, филологияһы өлкәләренә ҡараған мәғлүмәттәр хәҙерге фән тармаҡтарының нигеҙен тәшкил итә.
Маҡсат һәм бурыстар
Эшемдең маҡсаты : М.Өмөтбаевтың тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлегенең күп яҡлылығын өйрәнеү.Рус һәм башҡорт халыҡтарының дуҫлығын нығытыуҙа,башҡорттарҙы алдынғы Европа мәҙәниәтенә ылыҡтырыуҙа М.Өмөтбаевтың тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлегенең ролен асыҡлау.
Төп өлөш
М.Өмөтбаев - халыҡтар мәҙәниәтен бәйләүсе элемтәсе.
Күренекле рус яҙыусыһы А.С.Пушкин тәржемәселәрҙе “почтовые лошади просвещения”, йәғни халыҡтар мәҙәниәтен аралаштырыр элемтәселәр, тип атаған.Ысынлап та , донъя күләмендә билдәле булған бик күп әҫәрҙәрҙе беҙ тәржемә аша беләбеҙ.Ошо әҫәрҙәр ярҙамында үҙеңдән бик алыҫта йәшәгән халыҡтарҙың йәшәйеше, мәҙәниәте, теле тураһында мәғлүм була алабыҙ.
Әҙәби тәржемә эшенең әһәмиәте һәм вазифаһы тураһында М.Өмөтбаев былай тигән:” Бөйөк шағирҙарҙың һәм бөйөк әҙиптәрҙең кешелек донъяһына хеҙмәт итеүҙәре уларҙың әҫәрҙәре һәр төрлө телдәргә тәржемә ителгәнлектәренән килә. Боронғо гректарҙың Гомеры, Ирандың Фирдәүсие, Хафизы, Сәғҙие, боронғо төркиҙәрҙең Мир Ғәлишире , инглиздәрҙең Шекспиры,немецтарҙың Гетеһы һәм Шиллеры кеүек әҙиптәр бөтә мәҙәни телдәргә тәржемә ителгәндәр. Беҙҙең Александр Пушкин да, былар кеүек үк, бик күп милләттәрҙең теленә тәржемә ителергә тейештер”.
Тәржемә менән тәржемәнең дә айырмаһы бик ҙур. Бер тәржемәләр әҫәрҙең сюжетын ғына һөйләп сығалар, икенселәре-ирекле тәржемәләр. Ысын ижад булғандары- художестволы тәржемәләр.
Башҡорт әҙәбиәтендә М. Өмөтбаевҡа тиклем дә төрлө тәржемәләр була:ирекле тәржемәләр ҙә, уртаҡ сюжетлы тәржемәләр ҙә, шиғри әҫәрҙәрҙе проза рәүешендә биреү ҙә күҙәтелә.Ә М. Өмөтбаев үҙенә тиклемге тәржемәселәргә тәнҡит күҙлегенән килеп, был эшкә ҙур яуаплылыҡ һәм талап менән ҡарай.Ул оригинал телен камил белеүҙе шарт итә. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен камил белеүсе булараҡ, М.Өмөтбаев көнсығыш әҙәбиәттәренән Фирҙәүсиҙең”Шаһнамә”һенән, Хафиздан, Сәғҙиҙән, Науаиҙан хикәйәттәрҙән айырым өлгөләрен тәржемә итә.Ҡайһы бер өлгөләрен “Йәдкәр” китабына индерә.
М.Өмөтбаев күп яҡлы тәржемәсе. А.С.Пушкин һүҙҙәре менән әйткәндә, халыҡтар мәҙәниәтен бәйләүсе бер элемтәсе.Ул, бер яҡтан , көнсығыш мәҙәниәтенән һәм әҙәбиәтенән , рус әҙәбиәтенән төрки, татар телдәренә тәржемәләр яһап, төрки һәм туған башҡорт халҡын матур әҙәби үрнәктәр менән таныштырыуҙы маҡсат итһә, икенсенән, көнсығыш әҙәбиәтенән, башҡорт фольклорынан, башҡорт әҙәбиәтенән айырым өлгөләрҙе рус теленә тәржемә итеүе менән таныла.
М.Өмөтбаев- А.С.Пушкин ижадының төрки телгә беренсе тәржемәсеһе.
Әҙәби тәржемәләренән уның иң яратған жанры- поэзия.М.Өмөтбаев бигерәк тә А.С.Пушкиндың поэзияһын тәржемә итергә яратҡан.Бөйөк рус шағирының йөҙйыл тулыу байрамын үткәрергә әҙерләнгән һәм үҙе лә А.С.Пушкин юбилейы комиссияһында эшләгән сағында М.Өмөтбаев уның әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итеүгә ең һыҙғанып тотона.Күренкле әҫәрҙәренән “Баҡсаһарай фонтаны”поэмаһын, “Бәхетһеҙ ғишыҡ” исеме менән бер романсын, “Шатлыҡ хыялы” исемендә “Наслаждение” шиғырын тәржемә итә. Ул татар, башҡорт поэзия һөйөүселәренең зауығына ярашлыраҡ әҫәрҙәр һайларға тырыша. Тәржемәгә “Баҡсаһарай фонтаны” поэмаһын һайлауы бер ҙә осраҡлы түгел. Беренсенән, ул көнсығыш сюжетлы әҫәр, икенсенән, М.Өмөтбаевҡа поэмала һүрәтләнгән Ҡырым тәбиғәте, хан баҡсалары, фонтан шишмәләре менән эш сәфәре ваҡытында танышырға тура килә.Башҡорт тәржемәһе тарихында беренсе булып ул , рус поэзияһынан шиғыр менән тәржемә итеү традициялары бөтөнләй булмаған бер ваҡытта, бөйөк шағирҙың әҫәрҙәрен теҙмә юл менән тәржемә итә.8-7 һәм 9-8 ижекле строфаларҙан торған Пушкин шиғырҙарын тәржемә итеү өсөн М.Өмөтбаев тыуған халҡының ауыҙ- тел әҙәбиәтендә тыуған һәм быуаттар буйына шымартылған стиль сараларына, халыҡ шиғырының ҡобайыр (7-7), тарихи һәм лирик йыр (10-9;8-7) үлсәмдәренәмөрәжәғәт итә.Бына, мәҫәлән, “Шатлыҡ йыры” шиғырының үлсәмен башҡорт оҙон йырҙарына көйләй. Эргәһенә хатта ул йырҙың схемаһын теркәп ҡуя:
Зайдый ғына микән, әй, әйхайлеүк(10)
Әйдәй генә микән вайхайлүк (9)
Зайдый ғына микән зайдарайлүк (10)
Зайдый ғына микән айхайлүк. (9)
Ҡазанда 1901 йылда сыҡҡан “Баҡсаһарай фонтаны” тәржемәһе китабында теркәлгән был схема башҡорт оҙон йыр ҡалыбының таш баҫмала бирелешенең иң беренсе үрнәге ул.Ошо шиғри ҡалып нигеҙендә тәржемә ителгән Пушкин шиғырҙары башҡорт оҙон йырҙарындағыса һәлмәк һәм һағышлы ишетелә.
Шуның менән бергә ул шул осорҙа тәржемә әҙәбиәтендә киң таралған оригинал менән ирекле эш итеү практикаһынан нигеҙҙә баш тарта. Пушкин шиғырҙарының идея- художество үҙенсәлектәрен, татар уҡыусыларына мөмкин тиклем текстуаль дөрөҫлөк менән аңлайышлы итеп еткерергә ынтыла.
Дөрөҫ,дөйөм алып ҡарағанда, тәржемәләрендә М.Өмөтбаев Пушкин шиғырҙарына ғына хас нескәлектәрҙе тулыһынса биреп еткерә алмай әле. Уларҙа оригиналдан тайпылыу осраҡтары ла осрай.Ләкин улар аңлы рәүештә эшләнгән баш-баштаҡлыҡтар түгел, ә тәржемәсенең әҫәр йөкмәткеһенең теге йәки был моменттарын уҡыусыға мөмкин тиклем ябайыраҡ саралар менән аңлайышлыраҡ итеп бирергә ынтылыуынан. Шуға ла М.Өмөтбаевтың Пушкиндан яһаған тәржемәләрен шартлы рәүештә оригиналға яҡын ирекле тәржемәләр тип иҫәпләргә мөмкин.
Ғүмере буйы А.С.Пушкин ижады менән хозурланып йәшәгән һәм әҫәрҙәрен яратып тәржемә иткән М.Өмөтбаев бөйөк рус шағиры тураһында иң ихлас һоҡланыу һүҙҙәрен ташҡа баҫтырып ҡалдырған. “Бөйөк шағир Александр Пушкин ” тип атала ул. Башлап “Йәдкәр” китабында, аҙаҡ 1899 йылда “Тәржеман” гәзитендә төркисә һәм русса баҫылған мәҡәлә.
“Пушкин бөйөк шағир, бөйөк әҙип ине – тип яҙа М.Өмөтбаев.- Наме вә әҫәрҙәре Ғосмания хөдүдәтәрен ашып, әжнәбиҙәргә дәхи мәғлүм вә мәшһүр булмыштыр… Пушкин русса яҙыр ине, ләкин шул тиклем гүзәл, шул тиклем үткер яҙыр ки, уның яҙғандарынан беҙ ҙә ят вә сит булып ҡала алмайбыҙ. “Бөйөк шағир – ватанының шәрифелер, ләкин бөтә донъяның хадимылыр”, тиҙәр. Бик ғәҙел һүҙ. Шағир Пушкиндың яҙғандары һәр ерҙә, һәр милләт араһында уҡыла торған нәмәләрҙер. Уның яҙған йөҙ меңдәрсә сатырҙары эсендә бер милләткә вә дингә тейеп яҙылған бер генә сатыр ҙа юҡтыр. Уның бөтә яҙғандары ғәләм инсаниәткә хеҙмәттер. Шуның өсөн Пушкин бөйөк ул”.
Бөйөк рус культураһына , бөйөк Пушкинға оло мөхәббәтен башҡорт мәғрифәтсеһе – эше, йөрәк һүҙе менән дә раҫлар булды.
М.Өмөтбаевтың тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.
М.Өмөтбаевтың тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге күп яҡлы. Был күп яҡлылыҡ, беренсенән,уның туған һәм Көнсығыш халыҡтарының әҙәби әҫәрҙәрен, башҡа сығанаҡтарҙы рус теленә һәм, киреһенсә, төрлө халыҡтарҙың рухи байлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, уларҙың айырым өлгөләрен яҙма әҙәби тел төркигә һәм татар теленә тәржемә итеүендә күренһә, икенсенән, был уның тәржемәләре даирәһенең киңлегендә күренә.М.Өмөтбаев тәржемәнең матур әҙәбиәт прозаһы, шиғриәт, фәнни-информацион һәм эш ҡағыҙҙары тәржемәһе кеүек өлкәләрендә эшләй.
М.Өмөтбаевтың матур әҙәбиәттән яһаған тәржемәләрен нигеҙҙә поэзия тәржемәһе тәшкил итә. Проза тәржемәһенең берҙән- бер өлгөһөн ул донъя әҙәбиәте гәүһәре “Мең дә бер кисә” ләге бер әкиәттән 1873 йылда яһаған тәржемәһендә бирә.Тәржемә эшмәкәрлегенең башланғыс осоронда М.Өмөтбаев күп милләтле Рәсәй йәмәғәтселеген туған башҡорт һәм Көнсығыш халыҡтарының рухи байлығы менән таныштырыу йүнәлешендә ҙур эш башҡара.Уның башҡорт, ғәрәп, төрөк фольклорының айырым ҡлгөләрен( “Приметы, поверья, поговорки и изречения магометян Уфимской губерний”, “Башкирские улены и песни”, “Арабские нравоучительные изречения”, “Увидел я твой розовый лик”), үҙенең “Шикәйәт” шиғырын, фарсы телендәге “Әнуаре Сохайли” тигән китаптан Фирҙәүси тураһындағы шиғри хикәйәтте рус теленә проза менән һүҙмә – һүҙ тәржемә итеүе – шуға сағыу дәлил.
М.Өмөтбаев үҙе мөрәжәғәт иткән мәҡәл-әйтемдәрҙең тәржемәлә лә ,оригиналдағы кеүек үк , образлы, йыйнаҡ һәм шыма әйтелешле булыуына өлгәшергә тырыша. Бигерәк тә шуныһы фәһемле: тәржемәсе оригиналда һәм тәржемә телендә мәғәнәләре менән бер булып та , образдары төрлө булған мәҡәлдәрҙе һәр ваҡытта ла тәржемә итә, йәғни ул тәржемәлә мәҡәл- әйтемдәрҙе тәржемә телендәге әҙер варианттар менән алмаштырып бармай. Сөнки шулай иткәндә, оригиналдың мәғәнәһе бирелһә лә, образдары үҙгәрәсәген, ә инде был тәржемәсе тарафынан мәҡәл- әйтемдәрҙе уларҙы ижад иткән халыҡтың күп быуаттар буйына тупланған тәжрибәһе, ысынбарлыҡты танып белеү нәтижәһе сағылыуын иҫәпкә алмау, афоризмдарҙың милли һыҙаттарын юғалтыу буласағын ул яҡшы аңлай.
XX быуатҡа аяҡ баҫҡанда М.Өмөтбаев тәржемәсе булараҡ тирә- яҡта киң билдәлелек ала. Был ваҡыттарҙа ул поэзия өлгөләрен,шулай уҡ үҙенең шиғырҙарын да , теҙмә юл менән руссаға тәржемә итеү өҫтөндә тәүге тәжрибәләрен яһай.
М. Өмөтбаевтың тәржемәләре менән танышыу барышында шундай мөһим бер күренеш күҙгә салына: әҙиптең тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге уның туған халҡының ауыҙ- тел ижады, тарихы менән ҡыҙыҡһыныуының көсәйгән бер осорона тура килә. Уның тәржемәләрендә беҙ яҙма әҙәбиәт менән фольклорҙағы реалистик башланғыстарҙың органик ҡушылыуы фактына тап булабыҙ. Әҙиптең матур әҙәбиәттән яһалған тәржемәләренең бөтәһе лә тип әйтерлек фольклор өлгөләренә ҡарай.Билдәле, фольклор әҫәрен тәржемә итеү үҙе үк М.Өмөтбаевтан тәржемәләрҙе халыҡҡа аңлайышлы телдә башҡарыуын талап итә һәм ул шулай эшләй ҙә. Ә был инде яҙма әҙәбиәт телен халыҡтың һөйләү теленә, матур әҙәбиәтте ауыҙ- тел әҙәбиәтенә яҡынайтыу йүнәлешендә алға бер аҙым яһау тигән һүҙ.
М.Өмөтбаевтың башҡорт халҡының тарихына,этнографияһына арналған хеҙмәттәре
Ғалим ижадының ҙур өлөшөн башҡорт халҡының тарихына, мәҙәни мираҫына,этнографияһына арналған хеҙмәттәр тәшкил итә (“Башҡорттар”, “Кесе Табын халҡының бабалары һәм унан айырылған ЙомранТабын ере”, “Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар”, “Башҡорт халҡының аҡ вәҡара көндәре”,“Аҡташ хан”,“Фирғәүендәр хаҡында”, “Рум шәһәре хаҡында”). Башҡорт халҡының боронғо үткәнен сағылдырыу һәм үҙе йәшәгән осор хаҡында объектив картина тыуҙырыу маҡсатында, ул рус матбуғатында донъя күргән тарихи этнографик яҙмаларҙы киң ҡуллана.Ғалим филология өлкәһендә лә байтаҡ
эштәр башҡара, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен, ғөрөф - ғәҙәттәрен, ырым
хөрәфәттәрен, йолаларын, мәҡәл - әйтемдәрен, легенда- риүәйәттәрен,ҡобайырҙарын йыйыуға ҙур иғтибар бирә.Шағирҙың рухи мираҫҡа бәйле образ деталдәр менән оҫта эш итеүе,шиғырҙарында тос фекерҙең мәҡәл- әйтемдәр ярҙамында бирелеүе, йола фольклорына ярашлы картиналарҙың киң урын алыуы шул хаҡта һөйләй. Ғалим башҡа халыҡтарҙың һүҙ сәнғәте:(“Ғәрәп халҡының аҡыллы һүҙҙәре”),төрки халыҡтары араһында киң таралған“Йософ вә Зөләйха”, “Ҡиссаи Сәйфелмөлөк”, “Таһир — Зөһрә” әҫәрҙәре менән таныштыра, Һ. Салихов, Ә.Ҡарғалы,Т.Ялсығолов, Х.Жданов хаҡында белешмә бирә, уларҙың ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһай. Ул фарсы ,татарса-русса һүҙлек төҙөй,халыҡтың йәнле һөйләү теленә нигеҙләнгән фәнни терминдарҙы булдыра,телдәрҙе сағыштырма планда өйрәнә, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен формалаштырыуҙа тәүгеаҙымдар яһай.Публицистик яҙмаларында М.Өмөтбаев ысынбарлыҡты,хәҡиҡәтте һүрәтләй, халыҡтың ихтыяжын,өмөт-
хыялдарын, рухи донъяһын сағылдыра, алдап алыу, талау арҡаһында аҫаба башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен юғалтыуын, сәйәсәт, иҡтисад ҡорбандарына әүерелеүен бәйән итеп,хаким синыфтарҙың ысын йөҙөн фаш итә.
Ғалим башҡорт йәмғиәтендә хөкөм һөргән наҙанлыҡ һәм томаналыҡты тәнҡит утына тотоп, уның сәбәптәрен һәм ҡараңғылыҡтан, бөлгөнлөктән сығыу юл
дарын күрһәтә, мәҙәниәт, мәғариф,әҙәбиәт проблемаларына туҡтала. Заман
һулышын тойоп, халыҡ тормошо,мәнфәғәте өсөн йәшәгән, йәшнәгән күренекле мәғрифәтсе, ғалим энциклопедист М. Өмөтбаевтын ғилми рухи мираҫы башҡорт фәненең, мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең аҫыл хазинаһын тәшкил итә.
Йомғаҡлау Ҡушымта
Баҡсаһарай фонтаны.
Ултыра Баҡсаһарайҙа,
Түбән ҡарап, Гәрәй хан.
Ауыҙындағы янтарҙан
Уйната ине дәхан.
Ярандары тып- тыныс
Чурә яндарын алмыш
Гәрсә һарайҙа фәрағәт,
Хандың йөҙө һарғаймыш.
Ҡылды Гәрәй мөһабәт
Ҡулы менән ишарат:
Халҡы тышҡа уҡ сығып,
Ҡылды , буйһоноп , хөрмәт.
Яңғыҙ ҡалып һарайҙа,
Шәп тын ала күкрәге;
Ғазаплы баш тулҡынын
Баҫыр инде йөрәге.
Болот та шулай беленер,
Эргәһендә күренер;
Быялаға ҡыйылһа-
Гәксе беленер рәнгле нур.
Ғорурлыҡмы ханыңа?
Төштө сәүда йәненә?
Русҡа яу йә ҡанун
Илтәме ләх иленә;
Янамы ул ҡан һары
Йә ғасимы ғәскәре;
Ҡурҡыттымы тау халҡы
Йә Генуя мәкере?
Уға түгел хәсрәте,
Түгел һуғыш шөһрәте;
Талып ҡәһәрле ҡулы,
Китте унан ил дәрте.
М.Өмөтбаев тәржемәһенән өҙөк.
Ҡушымта
Бахчисарайский фонтан
Гирей сидел потупя взор;
Янтарь в устах его дымился;
Безмолвно раболепный двор
Вкруг хана грозного теснился.
Всё было тихо во дворце;
Благоговея, все читали
Приметы гнева и печали
На сумрачном его лице.
Но повелитель горделивый
Махнул рукой нетерпеливой:
И все, склонившись, идут вон.
Один в своих чертогах он;
Свободней грудь его вздыхает,
Живее строгое чело
Волненье сердца выражает.
Так бурны тучи отражает
Залива зыбкое стекло.
Что движет гордою душою?
Какою мыслью занят он?
На Русь ли вновь идет войною,
Несет ли Польше свой закон,
Горит ли местию кровавой,
Открыл ли в войске заговор,
Страшится ли народов гор,
Иль козней Генуи лукавой?
А.С.Пушкин поэмаһынан өҙөк.
Ҡушымта
Делибаш (М.Өмөтбаев тәржемәһенән)
Тау артында атышыу,
Ике ғәскәр ҡараә хас;
Казактар алды түбәлә
Ат уйната делибаш.
Делибаш! Кермә алышҡа,
Ғәзиз ғүмереңде һаҡла;
Уйнап:”Амин!” тигәнсе,
Төшөрөр һөңгө шул саҡта.
Бында кермә казак һуғышҡа,
Делибаш сабалыр сөнки.
Кәкре ҡылыс менән сабып
Төшөрмәһен башыңды.
Сабып, орҙолар ҡысҡырып,
Ҡарағыҙ! Тәҡдир эшенән…
Делибаш һөңгө башында,
Казак яҙған башынан.
Делибаш (А.С.Пушкин шиғыры).
Перестрелка за холмами;
Смотрит лагерь их и наш;
На холме пред казаками
Вьется красный делибаш.
Делибаш! не суйся к лаве,
Пожалей свое житье;
Вмиг аминь лихой забаве:
Попадешься на копье.
Эй, казак! не рвися к бою:
Делибаш на всем скаку
Срежет саблею кривою
С плеч удалую башку.
Мчатся, сшиблись в общем крике...
Посмотрите! каковы?..
Делибаш уже на пике,
А казак без головы.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Хөсәйенов Ғ .М.Өмөтбав.Өфө.1991й.
2. Ҡунафин Ғ. XIX быуат башҡорт әҙәбиәте.Өфө, 2010й.
3. Өмөтбаев М. Йәдкәр.Өфө.1984й.
4. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2- се том. Өфө, 1990й.
5. Харисов Ә. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы,Өфө, 1965.