« Театр эшмәкәрлегенең художестволы-эстетик сара булараҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүе »
Башҡарыусы:Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы,
1-се категориялы тәрбиәсе
Тема: Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә «Өҫтәл театры» рус халыҡ әкиәте «Шалҡан»дың дәрес өлгөһө.
Маҡсат: Балаларҙың телмәр үҫештәрен киңәйтеү, һүҙлек запастарын арттырыу, театрға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу :өҫтәл театры «Шалҡан», тәрилкәлә һөт, һөйәк, сыр киҫәге.
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, ҡумтала нимә ята ул?
Балаларҙың яуаптары :бабай, әбей, ейәнсәр, Муйнаҡ, бесәй, сысҡан, шалҡан.
Балалар фигураларҙы алалар. Тәрбиәсе һәр баланан кемде, нимәне алыуы тураһында белешә.
--Балалар, беҙҙә бөгөн ҡунаҡта рус халыҡ әкиәте “Шалҡан” килгән. Хәҙер мин һеҙгә был әкиәтте һөйләйем һәм күрһәтәм. Әйҙәгеҙ, ҡумтаға барыһын да һалығыҙ ҙа ултырғыстарығыҙға ултырышығыҙ.
Тәрбиәсе: Бабай шалҡан сәскән. Шалҡан ҙур булып үҫкән.Шундай ҙур, матур шалҡанды бабай тартып ҡарамаҡсы була. Эй, тарта ти, эй, тарата ти, шалҡан сыҡмай ҙа ҡуя икән. Ярҙамға әбейен саҡыра.
--Әбей, кил, шалҡан тартыш! Әбей бабайға, бабай шалҡанға тотоноп икәүләп тарта башлайҙар. Тарталар, тарталар, тартып сығара алмайҙар ти...Сысҡанды саҡырғандан һуң шалҡанды тартып сығаралар. ( Тәрбиәсе шалҡанды балаларға күрһәтә).
Тәрбиәсе : балалар, был нимә ул? (Шалҡан). Кемдәр шалҡанды тартып сығарыша? (Геройҙарҙы балаларға күрһәтә һәм ҡабатларға ҡуша: был бабай, был әбей,...).
Тәрбиәсе : Шалҡанды кемдәр ашай?
Балалар:Бабай, әбей, ейәнсәр.(Әгәр ҙә Муйнаҡты, бесәйҙе, сысҡанды ла атайҙар икән аптырана тәрбиәсе).
--Муйнаҡ шалҡан ашаймы ни? Әйҙәге, уны һөйәк менән һыйлайыҡ. Әмир, һөйәк ятҡан һауытты килтер әле. Әйт: аша, Муйнаҡ һөйәк.
Муйнаҡ һөйәк ашаны, һеҙгә рәхмәт әйтә.
Тәрбиәсе :Ә бесәй нимә ярата?
Балалар: Һөт.
Тәрбиәсе: Әминә, бесәйҙе һөт менән һыйла әле. Бесәй һөт эсә.(Балалар һөт ялаған кеүек ҡабатлайҙар).
Тәрбиәсе: Ә сысҡан нимә ярата тип уйлайһығыҙ? Эйе, әйҙәгеҙ уға сыр киҫәге бирәйек. (Балалар ҡабатлайҙар).
Тәрбиәсе : Бабай, әбей, ейәнсәр нимә ашанылар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле? (Һәр баланан һорай).
--шалҡан ниндәй булып үҫкән? (Ҙур булып).
--Нисек уйлайһығыҙ,улар күмәкләп шалҡанды тартып сығарғандары өсөн ҡыуаналармы? (Балаларҙың яуаптары)
--Әкиәт оҡшанымы? (Балаларҙың яуаптары).
Һеҙҙә афариндар, Муйнаҡты, бесәйҙе, сысҡанды һыйланығыҙ. Ҙур рхмәт һеҙгә!!!